Материалы

Район тарихы


Ишембай ҡалаһы – Башҡорт нефтен табыусы һәм эшкәртеүсе промыселдарҙың беренсеһе.

1929 йылда А.А.Блохин етәкселеге аҫтында Ишембай ауылына ебәрелгән геолого-разведка экспедицияһы был ерҙәрҙә бер нисә нефтле урындарҙы аса – Ишембай, Ҡоҫапҡол, Иҫке Буран, Тирмән-Йылға һәм башҡалар. 1932 йылда Ишембай промыселы эш башлай, ул Башҡортостанда ғына түгел, ә бөтә Волга-Урал нефть районында иң беренсе булып һанала.

Ваҡытлыса төҙөлгән геологтар биләмәһе әкренләп үҫә бара, бында ҙур төҙөлөш башлана. Нефтте еткереү өсөн Өфө-Ишембай тимер юлы төҙөлә, Ағиҙелдең һул яҡ ярында нефть эшкәртеүсе завод эшләй башлай.

1940 йылда ҡала статусын алған Ишембай Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш нефть районының төп ҡалаһы булып иҫәпләнә.

Ишембай тирәһендәге ҡалаларҙа тиҙ ҡеүәттә нефтехимик промыселы үҫешә башлай – машиналар төҙөү, төҙөлөш индустрияһы һ.б., былар барыһы ла Стәрлетамаҡ сәнәғәт быуынын барлыҡҡа килтереүгә булышлыҡ итә.

Әлеге көнгә Стәрлетамаҡ сәнәғәт быуынцы сиктәредә Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары барлыҡҡа килгән. Бында өлкә-ара бәйләнештәре бейек кимәлдә булған ҙур ҡеүәтле нефтегаз комплексы эшләп килә. Ҡалалар дөйөм инженер инфраструктураһы менән бәйләнгән. Был инфрастуктураға транспорт юл селтәре, һыу селтәре һәм һыу кәртәләре, шулай уҡ Ишембайҙан Стәрлетамаҡҡа таш тоҙ ташыусы, ә артабан эшкәртеү өсөн Салауатҡа нефть йөрөтөүсе , продукттарҙы еткереүсе селтәрҙәр инә.

Ҡалалар арһында, бигерәк тә Салауат менән Ишембай араһында, мәҙәниәт, торлаҡ, эш һәм миграция бәйләнештәре ныҡлы үҫеш алған.

Ишембай Өфө-Ырымбур автомобиль юлы аша башҡала һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа региондары менән, ә урындағы юлдар селтәре аша райондың ауылдары менән тоташа.

Новости Башкортостана

Яндекс.Метрика