Дөйөм мәғлүмәттәр

Ишембай районы Ағиҙел йылғаһының урта тапҡырында уң яҡлап урынлашҡан. Майҙаны – 4006 кв.км, халҡы – 95 мең кеше. Төньяҡта - Ғафури районы, көнсығышта – Белорет һәм Бөрйән райондары, көньяҡта – Мәләүез, көнбайышта – Стәрлетамаҡ райондары менән сикләшә.

2

Административ үҙәге – Ишембай ҡалаһы. Өфөнән 160 км алыҫлыҡта көньяҡҡа табан урынлашҡан. Майҙаны – 103,4 кв.км, халҡы – 68 меңдән артыҡ.1

3Ишембай районы муниципаль районы Ишембай ҡалаһынан һәм 85 ауылды үҙ эсенә алған 13 аыл биләмәләренән тора.

2002 йылғы халыҡ һанын иҫәпкә алыу һөҙөмтәләре буйынса, башҡорттар – 40%, урыҫтар – 42,3%, татарҙар – 12,5%, сыуаштар – 2%, украиндар – 0,9% тәшкил итә, районда шулай уҡ 50-нән ашыу башҡа милләт вәкилдәре йәшәй.

Район территорияһының көнсығыш өлөшө Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының алғы көнбайыш һырттарында урынлашҡан. Райондың көнбайыш өлөшөн Ағиҙел йылғаһы сикләй һәм ул Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Бында 500-600 метр бейеклегендәге Шәкетау, Торатау тауҙары теҙелеп киткән.

Райондың иң бейек нөктәһе Алатау һыртында – абсолют бейеклеге 845 метр.

56Райондың көнбайыш сигенән Ағиҙел, көнсығыш өлөшөнән Егән йылғалары аға. Уларға Һикәҙе, Рәүҙәк, Һәләүек, Тор, Үрек йылғалары ҡушыла.

Ишембай районы тау-тайга зонаһына ҡарай. Территорияның 67% ағаслы үҫемлектәр менән ҡапланған. Улар араһында ҡайын, йүкә, имән, уҫаҡ йышыраҡ осрай. Райондың территорияһы Ҡыҙыл китапҡа ингән шифалы үләндәргә бай, уларҙың бында 200-ҙән артыҡ төрө билдәле.

Хайуандар донъяһы күп төрлө. Урмандарҙа мышылар, бүреләр, һоро айыуҙар, һеләүһендәр, ҡабандар, төлкөләр, аҡ ҡуяндар, тейендәр бурһыҡтар, урман һыуһарҙары һәм башҡалар йәшәй. Район өсөн таш быуат заманынан бирле ҡалған ҡоштар ҙа, йөҙөүсе ҡоштар ҙа һирәк күренеш түгел. Рәсәйҙең Ҡыҙыл Китабына ингән ҡара торна кеүек һирәк төр тороп ҡалған һәм хакимиәт тарфынан һаҡлана. Ҡама, ҡондоҙ, америка шәшкеһе һәм башҡа йомшаҡ тиреле йәнлектәр ҙә йыш осрай.

Райондың ихтиофаунаһы ла бик ҡыҙыҡлы һәм күп төрлө. Гәлсәрҙәй таҙа шишмәләрҙә йылға бағрыһы йәшәй, ә бәрҙе һуңғы йылдарҙа Ағиҙел йылғаһында ла күренә. Тау йылғаларының күбеһендә ҡыҙыл балыҡ йөрөй. Бөтәһе район территорияһында 60 төр имеҙеүселәр һәм 190-дан артыҡ ҡоштар төрө (шуларҙың 55 төрө - һунар ҡоштары) йәшәй.

Новости Башкортостана

Информ. порталы

 2019_

Информпортал Республики Башкортостан
Президент Республики Башкортостан
Правительство Республики Башкортостан
Башинформ
gosuslugi
pgu.bashkortostan.ru
upprb
torgi
Защита прав потребителей в Республике Башкортостан
Bashkortostan

Инвестиционный портал Республики Башкортостан

Cpvrb
ekstr
fss

fss
prosto
Яндекс.Метрика